logo
Муниципальное бюджетное учреждение
Районный Дом культуры
муниципального района Чекмагушевский район Республики Башкортостан
logo

Сертификат участника Республиканского конкурса стихотворений собственного сочинения “Атайсал”

24.03.2023

Сертификат участника Республиканского конкурса стихотворений собственного сочинения “Атайсал”.

Приняла участие в Республиканском конкурсе стихотворений собственного сочинения “Атайсал” и получила Сертификат участника.

        Атайсалым – бәхет төбәге.
Һине данлап ҡулыма ҡәләм алдым,

Кесе Ватаным – изге атайсал.

Һиндәй гүҙәл, ҡабатланмас төяк,

Бәхет иле тағын ҡайда бар?

 

Атайсалым, ихлас йөрәгемдән

Дан йырлайым олоһо-кесеһенә.
Тәүге йырым илде туйындырған
Игенсегә – хеҙмәт кешеһенә.

Был йырымда яҙғы турғай моңо,
Иркә йылы елдәр иҫеүе.
Баҫуларҙа башағы тулышып,
Игендәрҙең шаулап үҫүе.

Комбайндар, трактор гөрөлтөһө,
Ырҙын табағында көшөлдәр.
Йырым һеҙгә, алны-ялны белмөй,
Тирен түккән тырыш кешеләр.

 

Һеҙҙең хеҙмәт менән ил ҡуәтле,
Һығылып тора һыйҙан табындар.
Игенселәй бөйөк һәм ҡодрәтле
Ниндәй һөнәр ерҙә тағын бар?

Атайсалым, тәпи киткән ерем.
Бәхетлемен бында тыуғанға.
Йылы ҡосағында иркәләп-һөйөп,
Һыйындырыр ауылым булғанға.

Йәшел сирәм, аҡ болотло  күгем,
Йырсы шишмә, урман-кырҙарым.
Мөмкинме һуң һезҙе моңға һалмай,
Көй көйләмәй, йырҙар йырламай?

Һәр фасылда гүҙәл атайсалым:
Йәйе – йылы , алтын – көҙҙәре.
Ап-аҡ ҡышы, гөрләүекле яҙы –
Бер матур йыр кеүек үҙҙәре.

Атайсалым –  бабайҙарҙан мирас,
Имин булһын тыуған тупрағым.
Йәнгә яҡын бында һәрбер гөлө,
Һәр үләне, һәрбер япрагы.

Ҙәңгәр күктә йөҙгән аҡ болоттан
Тамһын бәрәкәтле тамсылар.
Бәхет юрап ҡояш байыһын да,
Шатлыҡ булып атһын ал таңдар.

 

Атайсалым – бәхет-шатлыҡ ере,

Атайсалым – дуҫлыҡ төбәге.

Һине данлап ҡулыма ҡәләм алдым,

Һин тип тибә тоғро йөрәгем.

Римма Ғайнанова